Төп бурыс – халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу
“Аныҡ милли проекттар һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ ҡылырға тейеш – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә төп фекер шул булды”, – тип белдерҙе Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
“Еткерелгән тәҡдимдәрҙең күбеһе ғаиләләргә, айырыуса һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгәндәргә, хаҡлы ялдағыларға ярҙам итеү, тыуымды яҡшыртыу бурыстарына, Әсәлек капиталы мәсьәләһенә ҡағылды, – тине сенатор. – Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау темаһына бәйле ифрат мөһим бурыстар ҡуйылды. Бөгөн беҙ яман шеш сирҙәрен иртә диагностикалау мәсьәләһе буйынса һиҙелерлек алға киттек. Хәҙер паллиатив ярҙамды көсәйтеү тураһында ла һүҙ бара. Был бурыс өсөн дә тейешле финанс бүленәсәк.
Шуны ла әйтергә кәрәк: Мөрәжәғәтнамәлә Президент чиновниктарҙың һөнәри һәм әхлаҡи компетентлыҡ кимәле мәсьәләһен дә билдәләне. Ысынлап та, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер етәкселәрҙең үҙенең компетентлы булмауы, әҙерлекһеҙлеге сәбәпле бәғзе проблемаларға өҫтән ҡарап, яңылыш фекер әйтеү осраҡтары күҙәтелә.
Оборона-сәнәғәт комплексы темаһына фекер алышыу бик фәһемле булды. Бында аныҡ белдерелде: Рәсәй агрессор ил түгел, беҙ бер ваҡытта ла ниндәйҙер конфронтацияға беренсе булып юл асмайбыҙ.
Дөйөм алғанда, Мөрәжәғәтнамәлә һәр тармаҡ буйынса аныҡ бурыстар ҡуйылды, улар закондар, бюджетта үҙгәрештәр, ҡарарҙар, методик кәңәштәр рәүешендә мотлаҡ тормошҡа ашырылырға тейеш.